Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙы башҡорт музыка ҡоралы ҡумыҙ менән таныштырыу. 2.Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү.
Йыһазландырыу. 1. Ҡумыҙҙар,
баян, магнитофон. 2. Р.Заһретдинов тураһында китап, Л.Н.Лебединский һүҙҙәре, ҡумыҙ, оҫта ҡумыҙсылар тураһында яҙылған плакаттар,
фотоһүрәттәр.3. Р.Шәкүр «Сыңрау торналар иле», «Башҡортостан ҡыҙы» 1989 №5, Башҡорт халыҡ ижады.Йомаҡтар. 4.
Ҡатнашыусы балалар башҡорт халыҡ кейемендә. Алып барыусы милли кейемдә ҡумыҙ
уйнап килеп инә.
-Әссәләмәғәләйкүм, һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, ҡунаҡтар! Мин Ҡаран ауылы мәктәбендә уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы-пенсионер Ғирфанова
Венера Фәтих ҡыҙы
булам. Әлеге көндә хаҡлы ялға
булыуыма ҡарамаҫтан «Дуҫлыҡ» фольклор клубын етәкләйем.
Балалар бөгөнгө кисәнең темаһын билдәләп китәйек. «Халыҡ тарихы - ҡумыҙ моңонда»-тип таҡтаға яҙылып
ҡуйылған.(Бер уҡыусы уҡый)
- Һеҙ бөгөнгө дәрестә нимә белербеҙ тип уйлайһығыҙ?(Үҙ фекерҙәрен әйтәләр). Алып барыусы: -Ҡумыҙ-башҡорт халҡының бик ҙур үҙенсәлекле
музыка ҡоралы ул. Ҡарар күҙгә
бик ҙур булмаһа ла, киләсәге ҙур уның. Бына ошо бәләкәс
кенә, ыҡсым ғына, әммә ғәжәп бай яңғырашлы
музыка ҡоралы тураһында һөйләргә һәм
уйнарға өйрәтергә теләйбеҙ.
Концерт номеры: Ҡумыҙҙа уйнау
Икенсе уҡыусы: Халҡым минең. Ҡумыҙ тартып,
Башҡорт моңон көйләне.
Бөтөнөһөн
төшөндөрөп,
Ил тарихын
һөйләне.
Ни өсөн дәрестең эпиграфы итеп ошо шиғыр юлдары һайланған?
(Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен
әйтәләр)
-Был һорауға
яуапты ғалим Р.Шәкүрҙең «Сыңрау
торналар иле» тигән китабынан табып була. Бына ул нимә ти; «Ус аяһындай ғына был музыка ҡоралы донъяның әллә
күпме моң, тауыш тылсымдарын һыйҙырған
үҙенә. Кешелек тарихының алыҫ-алыҫтағы боронғо дәүерҙәренең шаһиты был уйын ҡоралы-ҡумыҙ»
Һеҙҙе бөгөн ҡумыҙ менән нығыраҡ танышырға уйлайбыҙ, һеҙгә
бөгөн шундай һүҙҙәр осорар: Шуларҙы ҡарап китәйек: виртуоз, вибрация,
өҙләү. Л.Н.Лебединскийҙың һүҙҙәре «Ҡурайҙан айырмалы рәүештә, ҡумыҙ-ҡатын-ҡыҙ һәм балалар музыка ҡоралы: ирҙәр араһында миңә ҡумыҙҙа ғына түгел, унан тауыш сығара белеүенсене лә күрергә тура килмәне»
Был юлдарҙың авторы
Л.Н.Лебединский кем һуң?
Быны С.Галиндың «Тел асҡысы-халыҡта»
тигән китабынан белергә була(уҡый):
«Лебединский Л.Н.-күренекле музыка белгесе, башҡорт халыҡ
ижадын йыйыу һәм баҫыу
сығарыу эшенә ҙур өлөш индергән фольклорсы. Ул "Башҡорт
халыҡ йырҙары” исемле китап әҙерләп сығарҙы. Нотолары һәм ғилми
аңлатмалары менән 268 йыр һәм көйҙө үҙ эсенә алған был китап әле булһа берҙән-бер тулы йыйынтыҡ булып ҡалып килә”
-Хәҙер яңынан
Лебединскийҙың һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Был һуҙҙәрҙән нимә аңлашыла?(яуаптар)
-Ни өсөн ҡумыҙ
ҡатын-ҡыҙ музыка ҡоралы булған?(Яуаптар)
-Эйе,ҡумыҙ тураһында элек шундай фекер йәшәп килде. Йәнәһе, унда ҡатын
ҡыҙҙар ғына уйнай. Ир-ат күрмәгәндә генә, аулаҡ ҡалғанда ғына,
эс бошоуын баҫыр, әҙерәк күңел асыр өсөн уйнар булғандар уны. Кеше-ҡара килеп сыҡһа. Йәһәт кенә ең осона тыға
һалғандар. Бәләкәй бит, йәшәрергә лә йәтеш.
-Музыкаль пауза. Кон. Номер: Ҡурай моңдары
Был музыка ҡоралының тарихына килгәндә,
беҙҙә әүәл-әүәлдән уның бер нисә төрө
йәшәп килгән. Ә һеҙ, балалар, ҡумыҙҙың ниндәй
төрҙәрен беләҙегеҙ?(Яуаптар)
-Мин һеҙгә ҡумыҙ төрҙәре тураһында һөйләп китергә
уйлайым.(Алдан ҡумыҙ төрҙәре тураһында стен-газета сығарып ҡуйыла) Балаларҙы таныштырып китәләр.
-Һеҙҙе ҡыҙыҡлы
осрашыу виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов груша ҡумыҙҙа уйнап күрһәтә.(видио яҙма күрһәтелә)
Бына электән өләсәйҙәрҙән ҡалған-ҡыя ҡумыҙы. Ул тубыҡҡа терәп,
вертикаль ҡуйып уйналған. Тағы ла, саған ағасынан эшләнгән ҡумыҙ, ҡаҙ ҡауырһынынан, ҡаҙ һөйәктәренән
яһалған ҡумыҙ бар, хатта дөйә таяҡтарынан да эшләгәндәр.
Халыҡ араһында
бынамын тигән һәүәҫкәр ҡумыҙсылар бик күп. Элеккенән
айырмалы рәүештә, хәҙерге ваҡытта ҡумыҙҙа
кемдәр уйнай?( Балалар яуап бирә)
Кон.
Номер
Дәресебеҙҙе дауам
итеп, беҙ һеҙҙе китап күргәҙмәһе эргәһенә саҡырабыҙ.
1-се уҡыусы.
"Мәсетле районы Ғумәр ауылында йәшәүсе
86 йәшлек Гарипова Ҡәфиә
әбей.
Ул ярты ғүмерен, үҙе
эшләгән ағас ҡумыҙҙа
уйнай, башҡорт моңон таратып йөрөгән. Был фотаһы Германияла
баҫылып сыҡҡан журналдан алынған. Республика ҡурайсылары һәм ҡумыҙсыларының Йомабай Иҫәнбаев
исемендәге приз өсөн үткәрелгән конкурсында ул лауреат исеменә лайыҡ булған”
2-се уҡыусы һөйләй
"Кәтибә
Кинйәбулатова.Әҙәбиәткисәләрендә, байрамдарҙа, мәжлестәрҙә күренекле шағиребеҙ
ҡумыҙ аша халыҡҡа әллә күпме моң еткерҙе. Шағирә Кәтибә апай Кинйәбулатова
Өфөлә генә түгел, Украинала, Яҡут Республикаһында, Ҡаҙағстанда һәм Сыуашстанда
уҙғарылған башҡорт әҙәбиәте көндәрендә туғандаш Республикалағы дуҫтарға ҡумыҙҙа
яғымлы тауышын ишеттерә.
3-се уҡыусы
уҡый.
Миңнулла Дәүләтбаев. Үҙе эшләп, үҙе оҫта уйнаған кешеләрҙең береһе-Миңнулла Дәүләтбаев ағай. Уның ғаилә ансамбле күп байрамдарҙы матурлай. Ҡумыҙҙа уйнау һәм
уны эшләү буйынса Миңнулла ағайҙы
республикала иң атаҡлы кешеләрҙең береһе тип әйтеү бик урынлы
булыр.
4-се
уҡыусы.
Ҡумыҙҙы профиссиональ юғарылыҡҡа күтәреүсе
оҫталарыбыҙҙың береһе талантлы виртоуз ҡумыҙҙа Роберт
Заһретдинов. Уның тағы ла бер ғәжәп һөнәре бар: ҡош булып һайрау һәм төрлө тәбиғәт күренештәре тауыш ярҙамында һүрәтләү. Мәҫәлән, ел һыҙғырыу, диңгеҙ шаулау, сепарат әйләнеү
һәм бик күп әкәмәт тауыштар сығара ала. Былар уның сығышына яңыса балҡытып ебәрә.
Кон.
Номер.
Балалар беҙ бөгөн Роберт Заһретдиновтың тормош юлына туҡталып китәсәкбеҙ.
Һорауҙар: 1) Р. Заһретдинов ҡайҙа тыуған?
2)Уның бала сағы ҡайһы дәүерҙә үткән?
3)Ҡумыҙ менән мауығыу ҡайсан башланған?
4)Башҡа ҡумыҙсыларҙан нимә менән айырма?
Венера апай Гирфанова балаларҙы ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә.
"Моң да, һағыш та йөрәк түрҙәренән сыҡҡан дәрт, илһам, тәбиғәттәге
күп төрлө тауыш хәкикәттәр, киң далала сыҡҡан
ат тояҡтары тауыштары, үлән ҡыштырлауы, ҡош һайрауы, ҡояш нурҙары-ҡәлемәһе лә бар ҡумыҙ сыңында”
-Ҡумыҙ кеше сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай икән. Тыңлайыҡ әле.
"Ҡумыҙ сирткән кешеләрҙең теш ҡаҙналары ныҡ, тештәре
һау була, сөнки ҡумыҙ вибрация бирә һәм теште
нығыта.”
-Эйе, ҡумыҙ кеше
күңеленә моң ғына бирмәй икән. Күтәреп йөрөргә лә ауыр түгел,
уйнарға өйрәнеүе лә ҡатмарлы һаналмай. Тик теләк кенә
кәрәк.
Хөрмәтле балалар! Бөгөнгө дәрес һеҙгә нисектер ҡыҙыҡһыныу уятһа, был бәләкәй
музыка ҡоралына Венера Фатих ҡыҙына мөрәжәғәт
итегеҙ.
Әйҙәгеҙ, дәресте ҡумыҙ тураһындағы мыр менән
тамамлайыҡ.
Әйҙә, ҡумыҙҙа уйнап ал,
Әйҙә, дәртләнеп йырла.
Үҙ телеңдең ҡөҙрәтен бел,
Һис тә оялып торма.
"Йырлайыҡ үҙебеҙсә” Ф. Ғөбәйҙуллина һүҙ., А.Тоҡтағолов музыкаһы.
Дәрес тамамлана.