Четверг, 19.12.2024, 11:44
Миякинская межпоселенческая центральная библиотека
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
ПОС
Решаем вместе
Хочется, чтобы библиотека стала лучше? Сообщите, какие нужны изменения и получите ответ о решении
Виртуальная служба
Wi-Fi-зона
«PRO.Культура.РФ»
интернет-читалка
ЛитРес
НЭБ РБ
НЭБ РФ
Уважаемые читатели! Национальная электронная библиотека определяет формы и механизм доступа граждан Российской Федерации к оцифрованным материалам библиотек федерального, регионального и муниципального уровня
Президентбибл
ЛитМир
экстриматериалы
Новости сайта
[16.12.2024][Новости ЦБ]
Акмуллинские дни в М... (27)
[09.12.2024][Новости ЦБ]
ВНИМАНИЕ!!! ПОДВЕДЕН... (0)
[06.12.2024][Новости ЦБ]
Информационно – анал... (1)
[06.12.2024][Новости ЦБ]
День Героев Отечеств... (201)
[01.12.2024][Новости ЦБ]
Квест - игра “Маршру... (191)
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » Статьи » Мои статьи

Һин барзағы кеүек донъя...


   Башкортостан тәбиғәте бай һәм күп яклы. Беҙҙең республикала 600-ҙан ашыу йылға, менән күл бар.

   Башкортостанда куйы урмандар ҙа, бейек-бейек тауҙар ҙа бар. Республиканың  тәбиғи комарткыларынын-йәмле мул һыулы Ағиҙел йылғаһын, матур Асылыкүлебеҙҙе, мөһабәт тауыбыҙ Ямантауҙы, Шүлгәнташ мәмерйәһен, сылтырап аккан шишмәләребеҙҙе белмәгән кеше юктыр. Тыуған төйәгебеҙҙе йәмләндереүсе аҫыл коштарыбыҙ ҙа күп беҙҙең. Йәй көндәреңдә, тәбиғәт косағында уларҙың моңло тауыштарынан, күп төрлө сәскәләрҙең тәмле хуш еҫтәренән баштарың әйләнерлек.

   Тауҙарыбыҙ-ғорурлығыбыҙ. Уның куйынында төрлө каҙылма байлыктар:тимер, алтын, бакыр, аҫыл таштар бихисап. Ә үҫемлектәр донъяһы-тәбиғи дарыухана. Ниндәй генә шифалы үләндәр юк?!

   Эйе, Башкортостаныбыҙ бик матур. Уның тәбиғәте гүззәллеген, нәфислеген һөйләп тә, көйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Ләкин ошо матурлык бер вакытта ла юкка сыкмаһын. Шуның өсөн тәбиғәтте, уның байлығын, матурлығын беҙгә якларға, һакларға кәрәк!

   Эсер һыуҙарыбыҙҙы, һулар һауабыҙҙы бысратмайык, урмандарҙы сәскәләрҙе коротмайык! Йыл һайын ағастар ултыртайык, коштарға кышын тағарктар яһайык!

   2013 йыл-Тирә-як мөхитте һаклау йылы тип иғлан ителде, шулай булғас, беҙ Башкортостаныбыҙҙың тәбиғәтен һакларға, якларға бурыслыбыҙ. Һүҙемде З.Күлбәковтың түбәндәге шиғыр юлдарын тәкдим итәм.

   Башкортостан! Һинең гүзәлеккә

   Тиң булырлык ерҙәр бармы икән?

   Аккош кеүек ап-ак Ағиҙелкәй

   Кайһы илдә генә бар икән?

Кон. Номер: Курай моңо.

   Кеше-тәбиғәттән, тирә-як мөхиттән, ерҙән айырылғыһыҙ илаһи йән эйәһе ул. Кояштың якты нурҙарын да көмөштәй саф һыуҙарын да, хәләл ризығын да, мул ырыҫын да, һулап туя алмаҫлык һауаһын да йомарт бүләк итә уға тәбиғәт! Йәшәү көсө, рух сығанағы булған үҙебеҙҙең ғәзиз Урал тәбиғәтенә ер йөҙөндәге инсандарҙың ғына түгел, күк есемдәренең дә күҙҙәре кыҙығалыр, моғайын.

   Мәғрүр Ирәмәлдең, күк Ирәндектең һырттарына баҫып, тау һауаһын һулауҙары үҙе ни тора!

   Тыуып үҫкән төйәккәйҙҙең икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарында алтын тулкындай сайкалған тос башактар шауын тын калып, йотлоғоп тыңлауҙары үҙе бер ғүмер бит!

   Кон. номер. Йыр «Караным» Т. Гирфанов һүҙҙәре Рим Моратов музыкаһы.

   Каран ауылында тыуып үҫкән ауыр сир аркаһында 25 йәшендә якты донъянан киткән йәш рәссам Әфғән Әхмәровтың ижады быйылғы йылдың эмблемаһы кеүек. Әфғән Әхмәровтың ижади ғүмере үтә аҙ булды. Ул ни бары 7-8 йыл ғына әүҙем ижад итеп калды. Ошо кыҫка ғына вакыт эсендә400 ләп картина ижад итергә өлгөрә. Уның талантына, уй-хыялдарының байлығына, зиһен үткерлегенә һокланырға кала.Үҙ-үҙенә юғары максат куйып, үҙ өҫтөндә арымай-талмай эшләй. Әфғәнде йәш быуынға өлгө итеп алырлык шәхес.

   Кон. Номер.

   Әфғән күп якшы талантлы рәссам ине. Ул акварель, туш, перо менән берҙәй уңышлы эшләне.

   Талант өсөн йәштең сиге юк. Үҙ аллы укып донъя классик рәссамдары мәктәбен үткән, Мәскәү халык сәнғәт университетының иң талантлы укытыусыларынан белем алған. Тиҫтерҙәре армия сафына алынғас, Афңған һуғышында тиҫтерҙәре батырҙарса һәләк булыуын йәш рәссам ауыр кисерә. Район комиссариатының үтенесен кире какмай, 7 райондашының портретын эшләй. Портреттар уңышлы сығыуына уҙе лә һөйөнә.

   Әфғән үҙенең ауылын, тыуған яғын өҙөлөп ярата. Ул үҙенең ижадында шуны иҫбатлай. Үҙенең мөмкинлеген, һәләтен төрлө пластик сараларҙа, материалдарҙа һынап карай. Аҙак, һирәк рәссамдар мөрәжәғәт иткән техник сараға-линогравюраға ныклап тотона. Ҙур оҫталык Әфғәндең ни өсөн тотоноуын әйтеүе кыйын.

   Балалар менән выставка карап китеү. Мәктәптең икенсе катында урынлашкан. Тәбиғәт, ауыл тормошо Әфғән Әхмәров ижадының төп лейтмотивын алып тора. Рәссам физик мөмкинлеге сикләнгән булыуы сәбәпле, күп ерҙәргә йөрөй алмай, әммә уның үткер зиһене күпте күрә, аңлай. Тыуған төйәгебеҙҙең иң матур ерҙәрен картина итеп төшөрөп куя.

   Әфғән рәссам ғына түгел ул оҫта итеп гармунда, гитарала уйнай, бик моңло итеп йырлай.

   Кыҙғаныска каршы, Әфғән башлаған эшен тамалмай алманы. Ауыр сир уны 1991 йылдың 2 апрелендә мәңгелекә якты донъянан алып китте.

   Әфғәндең эшләп калдырған һүрәттәре улемһеҙ.

   Талантлы һәүәҫкәр рәссам Әфғәндең ижады күп йылдар билдәле булмай торҙо. Хәҙер кояш сыккандай балкып сыкты. Ул төрлө жанрҙа 400-ҙан ашыу һүрәт эшләп калдырҙы. Әфғән үлгәндән һуң 14 йыл үткәс, Миәкә «Эрмитаж» картиналар галереяһында тәү башлап күргәҙмәһе асылды. Картиналарҙы тәүҙә район халкы, укыусылар юғары баһа бирҙеләр. Үлем менән көрәшеп, үҙенә оло ихтияр көсө туплап, үлемһеҙ эштәр эшләп калдырыуы өсөн ғорурландырык.

   Әфғәндең һүрәттәре баш калабыҙ Өфөлә «Урал» Галереяһында уҙҙы. Укытыусылар, студенттар, яҙыусылар, рәссамдар һәм Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренән делегациялар катнаша. Кыҫка ғумер эсендә күпме эш эшләүенә һокланалар. Тәкдим кенәгаһендә яҙыуҙар шул турала һөйләй.

   Әфғәндең эштәре, аллаға шөкөр, былай булғас, үлемһеҙ Уның эштәре йәш быуынды тәрбиәләүҙә дауам итә.

  Әфғәнғә бағышлау.

   Ихласлығын, асыклығың менән

   Тәбиғәтте әсир иткәнһең.

   Зәмин байлыктарын куңелеңә

   Кабул кылып нәшер иткәнһең

   Ебәк ялдарынан маткып тотоп,

   Йүгәнләнең йәйғор төҫтәрен.

   Төштәреңдә түгел, өндәреңдә

   Тар каймаға һыймаҫ хыялдарың

   Зауык менән зәрләп тукылған

   Фани донъя һинең кыл-кәләмдән,

   Зиһендәргә кереп уйылған

   Йәшен уғы кеүек ялтлап үттең

   Ғүмер юлдарының көмбәҙен

   Һүрәтеңдә һинең рухи донъя

   Шул тота бит ерҙең уҙәген.

2008 йыл. Флүрә Юлдашева-Шәрәфетдинова. Биккол укытыусыһы.

   Тимәк кеше үҙенең бөтә булмышы, бөтә асылы менән тирә-як мөхит алдында, тәбиғәт алдыңда, мәрхәмәтле тыуған ер алдында ғүмере буйынса бурыслы!

   Зәңгәр күктә нурлы кояшыбыҙ берәү генә булған кеүек, беҙҙең зиннәтле, бай тәбиғәтле мәкәддәс еребеҙ ҙә берәү генә!

   Эйе, еребеҙ берәү генә! Уға карата үтә лә һаксыл мөнәсәбәттә булырға кәрәк!

Категория: Мои статьи | Добавил: ritashax (10.09.2013)
Просмотров: 2708 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Поиск
Литературная карта
Год 2024 в РФ
Год 2024 в РБ
Методистика
ЗЕМЛЯКИ-Герои ВОВ
Пройди тест
Оцените мой сайт
Всего ответов: 33
Студентам ВУЗов
Центральная библиотека предоставит Вам учебники в электронном виде.Все необходимое для изучения юридических и финансово- экономических дисциплин, поготовки курсовых и дипломных работ - на одном диске!
Форма входа
Друзья
Культура.Гранты РФ
Счетчик.КультураРФ
Президентбибл
Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz