Хәйерле көн! Хөрмәтле тамашасылар! Ғүмере батырлыҡҡа, күп ҡырлы ижады матурлыҡҡа тиң
талантлы егет Әфғән Әхмәровтың икенсе тапҡыр биреләсәк йәштәр премияһы
тапшырыр өсөн, ул уҡыған мәктәпкә йыйылдыҡ.
Әфғән бәләкәйҙән үк, һиҙгер күңелле, ныҡышмалы бала була.
Уның һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеге иртә асыла. Өс-дүрт йәшендә
иғтибар йәлеп итерлек һүрәттәр
төшөрә башлай. Тыныс холоҡло малай үҙ тәҡдиренә күнеп йәшәй, үҙ өҫтөндә өҙлөкһөҙ күп эшләй. Мәктәптәге
күнекмәләрҙе эшләп бөткәндән һуң, мәсьәләләр сисә. Дәрестән
тыш ваҡытын һүрәт төшөрөргә, йыр-музыка
тыңларға, художество китаптар уҡырға,
гитара-баянда уйнарға, фото төшөрөү менән мауыға.
Шахмат-шашкала оҫта уйнай. Рус-башҡорт йырҙарын оҫта башҡара. Әфғәндең таланты күп яҡлы булыуына
уйлап ҡараһаң иҫ китерлек.Уның тәүлекте һәр минуты иҫәпле, режимлы үтә тығыҙ, көсөргәнешле була.
Кон. Номер "Ваҡыт” йыры яңғрай.
Әфғән Әхмәров иҫән булһа бөгөн уға ни бары 45 йәш тулған булыр ине. 1991 йылдың икенсе
апрелендә ауыр сир уны яҡты донъянан бик иртә алды. Әфғәндең һүрәттәре үлемһеҙ. Ул:”Бар нимәлә үҙгәрешһеҙ юғалмай”-тип әйтә торған була. Дөрөҫ уйлаған ысынында һүрәттәре
шуны раҫлай. Әфғәнгә бик күп шиғырҙар, статьялар яҙылды. Миңә рөхсәт итегеҙ Кутуева Сәбилә яҙған шиғырҙы уҡып китергә.
"Оҙон-оҙаҡ
һинең ғүмерең”
Оҙон-оҙаҡ һинең
ғүмерең.
Мәңге йәшәмәй бит бер кеше лә.
Бик күптәрҙән ҡалмай иҫтәлек.
Һин үҙеңдән яҡты эҙ ҡалдырҙҙың,
Рәсемдәрең, Әфғән, мәңгелек
Кешеләргә үрнәк булып ҡалды
Көслө ихтиярлы булыуың.
Түҙемлелек менән һәр эшеңә
Изге уйҙарыңды
һин һалдың.
Күп нәмәләр һөйләй рәсемдәрең
Һөйләй улар һинең ғүмерҙе.
Мәңгелеккә киттең был донъянан
Онотмабыҙ һинең ҡәберҙе.
Ата-әсәң һине юҡһыналар
Һағынабыҙ һине бөтәбеҙ.
Рәсемдәрең һинең һоҡландырғыс,
Ғорурланып ҡарап торабыҙ
Тыныс йоҡла, изгеләрҙән бул һин.
Иркен булһын һинең ҡәберең.
Оҙаҡ йәшәгән барлыҡ кешеләрҙән
Оҙон-оҙаҡ һинең
ғүмерең.
Әфғәнғә тәрбиә биргән
Рәхмәт бала йәнле ата-әсәңә
Балаһына һәр бер ата-әсә
Күрһәтһен ине шундай мәрхәмәт.
2009. Баязит ауылы.
Килгән ҡунаҡтарға
һүҙ бирелә.
1.Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илгиз Фәнир улы Хәмидуллинға һүҙ бирелә.
2. Һүҙҙе йәштәр эше бүлеге рәйесе Ильшат ирек улы Сакаевҡа бирелә.
Кон. Номер: Ильшат Аглямов.
3.Эрмитаж картиналар галереяһы мөдире Сәбилә Ғилемйән ҡыҙы Хәбироваға һүҙ бирелә.
4.Һүҙҙе һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Мансур Зәхәриә
улы Исхаҡовҡа бирәбеҙ.
Кон. Номер: Венера Ғирфанова башҡарыуында йыр.
5.Һүҙҙе ауылыбыҙҙың Аҡмулла премияһы лауреаты Түләк ағай Ғирфановҡа бирәбеҙ.
Ни бары 25 йыл ғына йәшәп
киткән Әфғән Әхмәров, ауыр сирле булыуға ҡарамаҫтан,
иҫ киткес батырлыҡ күрһәтеп, сәнғәт һөйөүселәргә сағыу
ижади мираҫ ҡалдырҙы. Был премияға
лайыҡ лауреаттарҙы дипломаттарҙы ысын йөрәктән
ҡотлайбыҙ. Киләһе йылдарға башҡа йәш рәссамдарға уңыш
йылмайһын.
Бөгөнгө лауреаттарға байрам бүләге булып Гөлназ
Шаймарданова башҡарыуында йыр яңғырай.
Рәссамде уҡытҡан уҡытыусыһы Әкбәрова Камила
Ильяс ҡыҙына һүҙ бирелә.
Кон. Номер:Рәсимә Йыһангирова башҡарыуында йыр.
Әфғәнде наҙлап һөйөп үҫтергән, ошо кимәлгә
күтәрелеүгә ярҙам иткән әсәһе Гөлшат Ғөбәй ҡыҙына һүҙ.
Ауырлыҡтар булды, бар һәм
буласаҡ. Ысын кешенең бурысы ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көс табыуҙа, көрәшеүҙә. Әфғән йәштәргә бына
ошоларҙы аманат итеп ҡалдырҙы. Уның шәхси
батырлығы, талантлы әҫәрҙәре күңелдәрҙе сафлап, матурлыҡҡа әйҙәп эстафетаһын дауам итә. Һеҙ ҙә хөрмәтле йәш
таланттарым матурлыҡты урап үтә күрмәгеҙ! Кешене бар иткән, үҫтергән. йыһанға аштырған
нимә ул матурлыҡ һәм һөйөү.
Әфғән Әхмәров үҙенең
ауылына, тәбиғәтенә, халҡына, һәр саҡ һоҡлана һәм дан йырлай. Беҙ кисәбеҙҙе "Ҡараным” йыры менән
тамамлайбыҙ. |