Пятница, 24.11.2017, 16:03
Миякинская межпоселенческая центральная библиотека
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
ЗЕМЛЯКИ-Герои ВОВ
Поздравляем
..
Виртуальная служба
НЭБ РБ
НЕБ РФ
Уважаемые читатели! Национальная электронная библиотека определяет формы и механизм доступа граждан Российской Федерации к оцифрованным материалам библиотек федерального, регионального и муниципального уровня
ЛитМир
.
Новости сайта
[21.11.2017][Новости ЦБ]
Новому времени – нов... (0)
[21.11.2017][Новости ЦБ]
«Бисероплетение: нов... (0)
[09.11.2017][Новости с/ф]
Согреем ладони, разг... (0)
[01.11.2017][Новости с/ф]
Земля у нас одна (0)
[31.10.2017][Новости ЦБ]
«День Мустая Карима» (0)
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Главная » Статьи » Мои статьи

Урак-2013

Урак-2013 осорона агитбригадалар өсөн сценарий.

  Күңелле музыка аҫтында агитбригада ағҙалары игенселәр алдына сығалар.

1.Һаумыһығыҙ, хөрмәтле игенселәр!

2.Илгә муллык, кеүәт биреүселәр!

3.Һеҙгә Каран ауыл мәҙәниәт йорто каршыһындағы агитбригаданан кайнар сәләм!

  Беҙ беләбеҙ, ял иткәндә лә һеҙҙең уйҙарығыҙ баҫыуҙан айырылмай, күңелдәрегеҙ иген кырҙарында.

  Машинала килгәндә беребеҙ әйтеп куйҙы: Ерҙе заманса эшкәртеү кара нисек булышкан. Күрсе, башакта бөртөктәр нисек булып тулышкан.

  Тоҙло тир ҙе, ашлама ла был ерҙәргә килешкән. Һәйбәт кенә төшөм булыр, эш барҙа шул кинештән.

   Кемдәр улар уңыш өсөн хәстәрлек күреүселәр?

   Ғәйрәтле, бөркөт йөрәкле эш һөйәр игенселәр.

1.Кемдәр улар һәр бөртөктөң кәҙерен белеүселәр?

2.Киң күңелле, асык йөҙлө егәрле игенселәр.

3.Игенселәр ерҙе һөйә, игең хакында уйлай. Уларҙың күңел түрендә алтын башактар сыңлай.

  Башактар моңо сыңлаһа, донъялы шатлык сорнай.

  Иген араһынан үткәндә, тәмле икмәк еҫе бөркөлә.

  Тулкынланып алтын игендәр илһам бирә беҙҙең күңелгә.

  Икмәк еҫе килә баҫыуҙарҙан, игенсенең уҙған юлынан икмәк еҫе килә, күрешкәндә, комбайннсы иптәш кулынан.

   Икмәк игенсенең йән йылыһы, ер әсәге килер хөрәте. Йәшәү тамыры ул һәр йөрәктең. Бөтәһе бергә: Шуға кәҙерләйбеҙ икмәкте!  (айская Милли кыҙ алдыңғы игенсегә-тоҙ-икмәк тапшыра).

   «Сайкала иген кырҙары» тигән йыр башкарыла.

   Сайкала иген кырҙары

   Уяна таң нурҙары

   Киңлектәргә алып бара

   Беҙҙең баҫыу юлдары

   Игенсенең уңғанлығы

   Игенсенең хеҙмәт йәме

   Игенсенең тырышлығы

   Кырҙарынан күренә

 

   Бер офоктан бер офокка

   Йәйелгән иген кыры

   Иртәнәң кистәргә тиклем

   Яңғырай хеҙмәт йыры.

 

   Беҙ бараһы юлдар якты

   Беҙҙең юлдар үр менә

   Был кырҙарҙа егеүле ат

   Дуғаһынан күмелә

 

   Игенсе дуҫ, көн дә үткән юлың

   Илтә һине кырҙар түренә

   Шул кырҙарҙан кара офоктар

   Улар ниндәй якты күренә

 

   Мин һокланам һиңә, игенсе дуҫ,

   Ниндәй уңған, ниндәй көслө һин

   Арыһаңда һаман йылмаяһың

   Тыуған ерҙең үҙе төҫлө һин.

   Тарт, гармунсы, гармуның

   Бейергә төш бейеүсе

   Һүнгән йөрәктәр дәртләнһен

   Алкышлаһын игенсе!

 

   Уңған комбайынсы , тракторист, шофёр өсөн башкорт бейеүе башкарыла.

 

   Ил кеүәте, ил киммәте, ғорурлығы-

   Ул иң башта башактарҙың ауырлығы

   Уска һалам эре бойҙай бөртөктәрен

   Нисек инде мактамайһың баҫыу бөркөттәрен.

 

   Ергә нәме сәселһе, шуны ғына ер бирер

   Ер кәҙерен ир белһә, ир кәҙерен ир белер.

 

   Беҙҙең алдағы номерыбыҙ там ана шул Ер кәҙерен белеүсе ир егеттәргә арнала ла инде.

 

   Уракка төшкән көндән уңған алып ырҙын табағында тырыш хеҙмәт күрһәтеүсе апайҙар. Һеҙгә рәхет әйтеп, матур йыр бүләк итәһебеҙ килә.

 

   Ошо ук совхозда ойошторолған айская Мусин Рамиль етәкселек иткән фермерҙар хужалығы ла башкаларҙан калышмай. Уларға ла ҙур уңыштар, коростай таҙалык теләйбеҙ. Йыр башкарыла.

   Икмәк еҫе.

   Ауылда икмәк һаталар-

   Магазин тулы пй.

   Хәтергә килә үткәндәр

   Тыуған йорт, мейес, әсәй.
   Күҙ алдына килә дөрләп

   Мейестең яныуҙары

   Әсәйемдең бөгөлә-һығыла

   Йыш икмәк баҫыуҙары

   Үҙе бер йәм, үҙе бер ғәм

   Үҙе бер шиғыр ине

   Икмәк еҫе өйҙәрҙән

   Урамға сығыр ине

   Ғүмер буйы булған икмәк

   Тормоштоң кото, һыны

   Икмәк еҫе өйҙәрҙең ул

   Кайнар һулышы, тыны

   Үҙгәрҙе хәҙер ауылдар
   Кибеттә икмәк һаталар

   Ә өйҙә һалкын мейес

   Йылыта өйҙө торбалар

   Бер кемдең китмәй иҫе

   Ә минең хәтерҙә һаман

   Тыуған йорт, икмәк еҫе

   Игенсе хеҙмәте Еңелдән түгел. Әммә иң кәҙерле ризығыбыҙ-икмәк. Шулай булғас игенсе һөнәре мәңгелек. Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ алдыңда баш эйәбеҙ.

   Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә уңыштар, түҙемлелек теләп хушлашабыҙ!

 

Категория: Мои статьи | Добавил: ritashax (10.09.2013)
Просмотров: 684 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Поиск
Литературная карта
Год 2017
...
Будем работать
Библиотекарям
Wi-Fi-зона
Лучший читатель
К Году ЭКОЛОГИИ
История Отечества
Пройди тест
Оцените мой сайт
Всего ответов: 18
Студентам ВУЗов
Центральная библиотека предоставит Вам учебники в электронном виде.Все необходимое для изучения юридических и финансово- экономических дисциплин, поготовки курсовых и дипломных работ - на одном диске!
Форма входа
Друзья
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Copyright MyCorp © 2017Конструктор сайтов - uCoz