Бөгөн, 19 мартта, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Мең ырыуы башҡорттары ҡоро үткәрелде. Был ҡорҙа райондың үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Ырыу вәкилдәренең ата-бабалар тураһында бай мәғлүмәт тупланған сағыу шәжәрәләренән күргәҙмә ойошторолдо. Был ҡорҙа меңлеләр тарихи тамырҙары менән таныштырҙы. Мең — иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе һәм туғыҙ ырыуға бүленә. Ырыу вәкилдәре ата-бабалары тураһында бай мәғлүмәт туплап, шәжәрәләренән күргәҙмә әҙерләнде. Фәни-ғәмәли ултырыштан һуң, шәжәрә конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы булды. Шәжәрә байрамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов, филология фәндәре кандидаты, Башкорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Миәкә районы хакимиәте башлыгы Актуганов Ришат Габдрәшит улы, Миәкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Маһиянов, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. |