Байрам бөгөн, байрам бөгөн
Өлкәндәр көнө
Күңелдәрҙе һыйпап үтте
Шәфҡәтлелек еле.
Бер утырыу үҙе бер ғүмер, тип
Ололар бит юҡҡа әйтмәгән
Бер осорашып серҙәр бүлешеү,
Был ғәҙәттәр әле бөтмәгән.
Ҡәҙерле ветерандар!
Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Киләсәк быуын лайыҡлы тормошта йәшәһен өсөн Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙе, оло сабырлығығыҙҙы һәм ҙур тәжрибәгеҙҙе һалғанһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. Тормошоғоҙ шатлыҡҡа күмелһен, йәмғиәт хәстәре һәм иғтибарын, яҡындарығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәгеҙ.
Ветерандар советы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре Тамьян - Таймаҫ урта мәктәбендә ололар көнөнә арналған матур байрам кисәһе әҙерләп үткәрҙе. Ветерандар өсөн күңелле концерт, мул сәй табыны әҙерләнде. Табын әҙерләүгә эшҡыуарҙар Дамир һәм Фәйрүзә Янгуловтар, Рәлис һәм Миләүшә Махияновтар ҙур ярҙам күрһәтте, ололар исеменән уларға рәхмәттәр һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! |