Йәш прозаик Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары тиҙ арала уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителде. Китапханаға башҡорт һәм татар телендә сыҡҡан «Ҡалдырма әсәй», «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Ҡыҙыҡ был тормош» исемендәге китаптар килде.
Китап уҡыусыларға «Күгәрсен оя ҡорғанда», «Алтын асҡыс», «Тау йылыһы» һ.б. повестары аша таныш Г. Галиуллинаның өр-яңы «Ҡайнар диңгеҙ юлы» повесын тәҡдим итәбеҙ.
Сал тарихтың юлы оҙон, сетерекле. Бинахаҡҡа хөкөм ителгән, атылған – аҫылған мең-мең яҡташтарыбыҙға уҙе бер һәйкәл был әҫәр. Фазлыев С. "Ҡара этап", Өфө, 2018.
Шиғыр яратыусыларға Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналған «Аҫыл ынйылар кәрәҙе». Өфө, 2018, Г Юнусова, Ғ. Мораттың яңы китаптары килде.
Шулай уҡ төрлө өлкәләге әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, мәҫәлән, Башҡортостан тарихы, башҡорт халыҡ ижады-мөнәжәттәре тураһында яңы баҫмалар бар.
Рәхим итегеҙ китапханаға! |