Четверг, 18.04.2024, 19:14
Миякинская межпоселенческая центральная библиотека
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
ПОС
Решаем вместе
Хочется, чтобы библиотека стала лучше? Сообщите, какие нужны изменения и получите ответ о решении
Виртуальная служба
Wi-Fi-зона
«PRO.Культура.РФ»
интернет-читалка
ЛитРес
НЭБ РБ
НЭБ РФ
Уважаемые читатели! Национальная электронная библиотека определяет формы и механизм доступа граждан Российской Федерации к оцифрованным материалам библиотек федерального, регионального и муниципального уровня
Президентбибл
ЛитМир
.
Новости сайта
[17.04.2024][Новости ЦБ]
Моя семья – мое бога... (4)
[15.04.2024][Новости ЦБ]
Субботник (7)
[11.04.2024][Новости ЦБ]
Волонтёрское движени... (19)
[11.04.2024][Новости ЦБ]
Библионочь - 2024 (1489)
[09.04.2024][Новости ЦБ]
МЫВМЕСТЕ-2024 — уже ... (2119)
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 1
Пользователей: 2
zilyagaliullina1963, nazyrowaalmira

Главная » Статьи » Мои статьи

Күрше хаҡы-тәңре хаҡы

 

Берегеҙҙә йәннәткә кермәҫ,

Әгәр күршеләрегеҙ һеҙҙең � �манлыҡтан ҡурҡһа
-Хәйерле көн хөрмәтле ауылдаштар! Бөгөн беҙ Илсеғол ауылында ғүмер буйы йәшәп күршеләре менән аралашып татыу йәшәгән ҡатын кыҙҙарыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Ни өсөн кәрәк булды һуң был кисә? Кеше менән кеше аралашырға һөйләшергә, ниндәйҙер яңылыҡты уртаҡлашып йәшәргә тейеш.
Бөгөн беҙ кисәбеҙҙе ошо темаға ярашлы йыр менән башлап ебәрәйек.
Йыр. Күрше хаҡы- тәңре хаҡы.Й� �рлай Гүзәл Мөхәмәтйәнова.
Ысынлап та «башҡайыма ҡайғы төшһә
Иң беренсе күршем белә
Хәсрәтемде үҙ итеүсе,
йыуатыусым күршем була.»
Был һүҙҙәр йөрәккә үтеп, күңелдәрҙе тетрәндерә. Яңғыҙ йәшәһәк, бер кем менәндә аралашмаһаҡ донъяның йәме лә, ҡыҙығы ла булмаҫ ине.
-Курше тигән һүҙ нимәне аңлата?
Курше ул төрөк теленән килеп сыҡҡан. Күр, кер, ҡыр тигән һүҙҙәр тамырҙаш. Йәғни, күршеңде күр, уға кер, ул һинәң ҡырыңда тора.

- Йәгеҙ әле күрше тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
- Күршең үҙеңдән яҡшыраҡ булһын.
- Өй һалғансы,башта күршеңде һайла.
- Ер һатып алма,күрше һатып ал.

- Күрше- туғаныңдан яҡыныраҡ.

Кисәбеҙгә шундай апайҙарҙы саҡырҙыҡ. Улар ғүмер буйы күршеләре менән татыу йәшәп, асыһын-сөсөһөн татыған, бер-береһен яҡшы белгән күршеләр. Шулай уҡ саҡ тормош көтә башлаған йәш ғаиләләрҙе лә саҡырҙыҡ.� �ыл күршеләрҙе һынауға һорау әҙерләнем.


Һорауҙар;

- Күршеңдең тыуған көнө?
- Балаларының исеме?
- Яратып бешергән аҙығы?
- Өйҙәге шөғөлө.Бәйләү,сигеү?
- Телевизорҙан яратып ҡараған тапшырыуы?
- Өйҙәренә алдырған гәзит-журналдар?
- Бесәй,эт яратамы?
- Бурысҡа аҡса бирәме?
- Профессионал сире?
- Яңы йылды ҡайҙа ҡаршыланы?
- Сүрә-аяттар беләме?
- Ниндәй гөл үҫтерә?
- Яратып эскән сәйе?

- Иҫке әйберҙәр йыямы?

Бына шулай шәп күршеләр икәнһегеҙ, бер-берегеҙҙе якшы беләһегеҙ. ( Һүҙ ҡунаҡтарға бирелә, күршеләргә карата мөнәсәбәттәрен һөйләйҙәр)
Һүҙ 84 йәшлек пенсионер уҡытыусы Сафия Ниғмәтуллинаға бирелә. Үҙенең яҙған шиғырын уҡып үтә;

Ак карсыға менән күк ҡарсыға
Бер береһен күреп талсыга
Ашап эсеүҙәрҙән дандар сыҡмай
Берҙәм йәшәү менән дан сыға.
Кеше күңеле быяла
Һакһыҙ тиһәң ыуала.
Кеше менән һөйләшкәндә
Булыу кәрәк һак ҡына.
Х� �лоҡ тигән арғымаҡты

Тыйыу кәрәк саҡ ҡына.
Белеү кәрәк был донъяла
Беҙ бит тик ҡунаҡ ҡына.

- Рәхмәт Сафия апа. Ололар һүҙе хаҡ шул.

Күрше күрше тип һөйләйбеҙҙә ул, нисә өйҙө күрше тип иҫәпләйбеҙ?
Күршеләр-улар һинең өйөңдөң тирә-яғында йәшәгән,ҡырҡынсы өйгә ҡәҙәр булған йорттар.Улар барыһы ла күршеләр хөкөмөнә инә.
Күрше хаҡы бар тиҙәр. Ниҙән ғибәрәт һуң?

1)Күршеңә яманлыҡ эшләмә.Уларҙың иң яманы күрше ҡатынын зинаға тартыу. Уның гонаһы башҡа ун ҡатын менән зина ҡылыуҙан да яман, ти Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм.
2)Күршеңде һаҡла.Күршеңде һаҡлау-ул уны бүтәндәрҙең золомонан һаҡлау һәм уны ауыр хәлдә ҡалдырмау. Күршеңдең ғәйебен ситкә сығарырға ярамай.Фәҡәт матур ғына итеп нәсихәт итергә кәрәк.
3)Күршең менән гүзәл бәйләнештә бул.Ярҙам һораһа, ярҙам ит!Бурысҡа һораһа биреп тор!Ауырыһа,барып хәлен бел! Хәйерле ваҡиға булһа, ҡотла!Насар ваҡиға булһа, уртаҡлаш! Үлһә йыназаһына бар!Еләк-емеш алһаң,күрш еңә лә бир! Әгәр бирә алмайһың икән, күрһәтмәй генә керт, балаңдың ҡулына биреп тә урамға сығарма, уның балаһын ымһындырма!
4)Яманлығына сабыр ит.Күршең алама булһа ла, уға яҡшы мөнәсәбәттә бул.Уға яманлыҡ менән яуап бирһәң, арағыҙҙағы дошманлыҡ та,уның зарары ла артыуы ихтимал.
Шулай итеп, күрше менән татыу йәшәргә кәрәк икәнлеген иҫбат итеп киләбеҙ,ә ошо йырҙы тыңлаһаҡ ысынлап тороп ышанасаҡбыҙ.
Йыр.Ер аҫтында юлдар юҡ.Йырлай Роза Йосопова.
-Кисәбеҙҙең аҙағында таҡтала : "Берегеҙ ҙә Йәннәткә кермәҫ,әгәр күршел әрегеҙ һеҙҙең яманлыҡтан ҡурҡһа” тигән һүҙҙәр яҙылған һөйләмгә ҡарайыҡ та яманлыҡ эшләмәй татыу итеп йәшәп ғүмер итәйек һәм ошо китаптарға күҙ йөрөтөп сығайыҡ. Был китаптар барыһы ла ауыл тормошона,күрше-күләнгә,ғөрөф-ғәҙәткә ҡағыла.
-Рәхмәт килгәнегеҙ өсөн. Иҫән һау булығыҙ!

Әҙәбиәт:

1. Әхтәмов М.Х. Башкорт халык мәкәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө –2008.
2. Ваҡыт гәзите. 14 февраль 2011. №3
3. Игеҙйәнова Н. Тәҡдир. Өфө – 2002.
4. Ишбулатов М. Әруахтар ғәҙеллек юллай. Өфө –2010.
5. Әминев Ә. Ҡапҡа . Өфө- 2002.




Категория: Мои статьи | Добавил: ritashax (01.04.2011)
Просмотров: 2548 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Поиск
Литературная карта
Год 2024 в РФ
Год 2024 в РБ
Методистика
ЗЕМЛЯКИ-Герои ВОВ
Пройди тест
Моя любимая книга
Всего ответов: 15
Студентам ВУЗов
Центральная библиотека предоставит Вам учебники в электронном виде.Все необходимое для изучения юридических и финансово- экономических дисциплин, поготовки курсовых и дипломных работ - на одном диске!
Форма входа
Друзья
Культура.Гранты РФ
Счетчик.КультураРФ
Президентбибл
Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz