Пятница, 26.04.2024, 01:01
Миякинская межпоселенческая центральная библиотека
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
ПОС
Решаем вместе
Хочется, чтобы библиотека стала лучше? Сообщите, какие нужны изменения и получите ответ о решении
Виртуальная служба
Wi-Fi-зона
«PRO.Культура.РФ»
интернет-читалка
ЛитРес
НЭБ РБ
НЭБ РФ
Уважаемые читатели! Национальная электронная библиотека определяет формы и механизм доступа граждан Российской Федерации к оцифрованным материалам библиотек федерального, регионального и муниципального уровня
Президентбибл
ЛитМир
.
Новости сайта
[23.04.2024][Новости ЦБ]
Игровая программа «К... (797)
[17.04.2024][Новости ЦБ]
Моя семья – мое бога... (1489)
[15.04.2024][Новости ЦБ]
Субботник (7)
[11.04.2024][Новости ЦБ]
Волонтёрское движени... (22)
[11.04.2024][Новости ЦБ]
Библионочь - 2024 (2007)
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » Статьи » Мои статьи

”Бәхетле булһын баласаҡ”

Маҡсат: 1)яңы китап менән танышыу;

2)әҙәби китаптарға ҡыҙыҡһыныу, кешелеклелек, шәфҡәтлек сифаттарын тәрбиәләү. 

Йыһазландырыу: интерактив такта, видео, стенд :”Бәхетле булһын баласаҡ”

Мәҡәлдәр: Етем хаҡы ебәрмәҫ.

Етем күңеле- бер киҫәк.

Етем йәше ерҙә ятмаҫ.

Етем илаһа- ер –һыу илар.

Етем баланың күңеле китек.

Донъяла ни әсе?

-Етемлек әсеһе әсе.

Етем бала ырыҫы ерҙән, ерҙән булмаһа илдән.

Етем бала тип кәмһетмә: бәхете булһа ир булыр

 

Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн

Хәйерле көн дуҫтар, туғандар,

Хәйерле көн ижад һөйөүселәр

Уңған ҡыҙҙар һәм дә уландар!

Хәйерле көн, күңелкәйегегеҙ,

Көн ҡояштай якты саф булһын.

Хәйлә мәкер яла ялғандарҙан

Йәҙөгөҙ пак, азат ,шат булһын.

 

 

 Кеше донъяла ни менәндер мауыҡмай тороп йәшәй алмайҙыр. Берәү сәйәсәт өлкәһендә йөҙә,икенсеһе донъя сәхнәһен яулай,өсөнсөһө бизнесҡа бирелә. Әммә,минеңсә,кешегә иң ҡәҙерлеһе һәм уға ғүмерлек серҙәш, белем шишмәһе булғаны- китаптыр.

Китап- ул кеше аҡылы тапҡан мөғжизәләрҙең береһе. Аҡыл йыйылмаһы. Борон китапты яҡшы ат биреп һатып алғандар. Китап һирәк кешеләр ҡулында булған, байлыҡтың байлығы һаналған.

Китапта ижадсының уй хыялдары, һағыш моңо,бар булмышы. Әҙәпһеҙҙәрҙән ғибрәт алырға өндәй. Шәфҡәтле, изгелекле, мәрхәмәтле, сабыр, тоғро булырға саҡыра.

 

Бына бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға заман проблемаһын яҡтыртыусы рухи ҡиммәтебеҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың " Ҡалдырма,әсәй!” повесын тәҡдим итәбеҙ.

Төп өлөш.

 

Уҡыусылар китаптан 3 өҙөктө һөйләйҙәр .(күңелһеҙ музыка)

 

1)Бынан 4 йыл элек…ул вакытта караңгы ине. 3-4 бит.

2)Эйе,аҡсаһыҙ беҙ нисек кире ҡайтйабыҙ инде…ошолайтып беҙҙе ҡалдырыр инеме? 18-се бит.

3)Йортҡа ингәс тә… тәртипһеҙ күренәләр. 32-се бит

 

-         Нимә ул детдом?( детдомда балаларҙы кем ҡарай, кейемдәре нисек,йәмғмәттә ниндәй ҡараш?)

-         Башҡортостанда 18 мең бала етем…(матбуғат биттәренән һандар алып әйтергә була)

 

Уҡыусылар китаптан өҙөк күрһәтә: директор, тәрбиәсе, балалар .(детдомдың бер көнө)     (Һаумыһығыҙ,…-Ярай,Мәүлиҙә Нурғәлиевна.33-34 се биттәр, диалог итеп һөйләргә, автор һүҙен ҡалдыр)

 

-Балалар, тағы ниндәйерәк етемдәр йәшәй был детдомда?

-Әмиләне үкһеҙ етем тип әйтеп буламы? (Әсәһе төрмәлә…)

-Фәрит нисек детдомға килеп эләгә?  (Атаһы иҫереп әсәһен туҡмаған, әсәһе үлә,,атаһы сиғандарға һеңлеһен һатып ебәрә.Яңы катын алгас Фәритте детдомға бирәләр)

 

Балалар йортонда ата-әсәһе иҫән булып та  ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең балалары күпселек. Уйлап ҡараһаң Бөйөк Ватан һуғышы осоро етемдәре менән бер. 90%. Сәбәбе нимәлә? (эскеселек, наркомания)

 

     Видео.( балаларҙың күҙе йәшле, ҡайғылы фотолары м-н).

Бар шундай ҡанһыҙ ата-әсәләр: улар  балаларын яфалап төрлө хәлдә тукмап үлтерәләр, зәғиф булып ҡалалар. Россияла йылына 20-30мең бала яфаланып үлә.

 

Сценка. Әсә менән Ильястың һөйләшеүе (44-се бит, ҡыҫкартып һөйлә). Һығымта. Ата-әсә наҙын детдом бирә алмай, эскесеме, сирлеме, бала тик якшы яктарҙы ғына иҫенә төшөрә, хәтерләй, бәләкәй генә йылы мөнәсәбәтте лә онота алмай хәтер төйөнөнә һалып ҡуя.

 

  Детдомда ҡарар сыға. Ильясҡа яза бирелә. Нимә була Ильяс менән?

( Китаптан өҙөк укып ишеттерәм 86-сы бит)…Даян ялан аяк ҡарҙан йүгертә,гараж алдында боҙға аяғы йыртыла, иҫтән яҙа)

-         Кем ул Даян? ( Ильястан бер нисә йәшкә олораҡ, көслө, тәрбиәселәргә тәртип һаҡларға ярҙам итә.) (Дедовщина. Автор беренселәрҙән булып детдом эсендәге "дедвщинаны” яҙа)

-         Нисек уйлайһығыҙ, ысынлап та бөгөнгө көндә бармы ул?

( интернетка йәшереп төшөрөлгән  видео роликты карау)

 

-         Тәрбиәселәр үҙҙәренә ярҙамға олораҡтарға тәртип һаҡларға ҡушалар.Һеҙ килешәһегеҙме?Дөрөҫмө?

-         Әҫәрҙә ҡайһы тәрбиәселәрҙе балалар менән эшләргә лайыҡ түгел тип әйтә алаһығыҙ? (Рәйфә менән Мәүлиҙә Нурғәли кыҙы тупаҫ, ҡаты бәғерле, уҫал,балаларҙы яратмайҙар. Мәүлиҙә Нурғәли кыҙы әкиәттәге хәйләкәр,яуыз итеп күрһәтелә.)

-         Бөтә тәрбиәселәр ҙә шулаймы?(Хәкимә, Флүрә апайҙар алсаҡ,яғымлы, балалар менән әрләшеп ,талашып та бармайҙар,изге күңелле)

-         Автор уҡытыусылар тураһында нимә тип әйтә?

                                       (150-с е бит)

 

Һығымта. Автор уҡытыусы, тәрбиәселәргә рәхмәтле, сөнки геройыбыҙ тормошта үҙ урынын тапҡан. Барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай.Уҡытыусы ғәҙел, яғымлы һәм шул уҡ ваҡытта талапсан да булырға тейеш. Сөнки был балаларға артабан  атай-әсәй ролен дә үтәргә кәрәк.Киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайлаһағыҙ, кем балаларҙы ярата, шул ғына барһын.

 

-Даян геройыбыҙҙы тыныс ҡалдырмай. Ильяс менән Фәриткә кәнфит урларға ҡуша, 8 март байрамына 50 һум табырға ҡуша. Малайҙар ни эшләйҙәр? Урлашалармы?...

 

Һығымта. Моғайын автор бының менән бәләкәйҙән тәрбиәле,түҙемле бала булырға, ниндәй генә ауырлыҡтар, төрлө һынауҙар булмаһын, сабыр,изгелекле, кешелекле булып калырға өндәй.

-Әҫәрҙә ошо малайҙарҙың йөҙөндә киләсәге сағылған Рәсәйҙе ни көтә?

- Малайҙарҙың яҙмышы нисек дауам итә?

 

Фәрит ниндәйерәк малай?( матур һүрәт төшөрә,шиғырҙар яҙа,бәләкәй генә нәмәнән дә мөғжизә таба белә, зирәк, яҡшы дуҫ, игелекле, сабыр,аҡса табып килтермәгән өсөн тумбочкаға ултыртып икенсе ҡаттан Даян бәрә, үлә.)

 

-Кеше туҡмап,талап йөрөгән Даянға тәрбиәселәр бер һүҙҙә әйтмәй. Ләкин детдомдан сыҡҡас Даян барыбер юҡҡа сыға.

- Ни өсөн?(сөнки насар юлға кесе йәштән үк төшкән, урлаша,тәмәке тарта, эсә, асарбаҡҡа әйләнә)

 

Ильястың яҙмышы нисек дауам итә? (сабыр,аҡыллы,яҡшы уҡый,туғанлыҡлы, үҙ маҡсатына ирешә. 9 сы класты тамамлағас,

11-се класҡа ҡалдырыуҙарын һорап  министрға хат яҙа. Имтиханға ныҡлы әҙерләнеп үҙ теләге менән юғары уҡыу йортона инә)

 

Шундай бер ер бар был китапта: атаһы ниндәй аманат тураһында һөйләй башлағайны?

 

 Повесть  Ильяс исеменән һөйләнә. Кем яҙған һуң был әҫәрҙе тигән һорау тыуманымы?-Был автобиографик әҫәр.

 

Автор Айгиз Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Сабый сағында уҡ етем ҡалған. Ильяс образы аша автор үҙ башынан үткән ваҡиғаларҙы бәйән итә. Кешеләргә,донъя ға сабый күңеле менән бағып,һығымталар, асыштар яһай. Айгиз БДУ-ның башҡорт филология факультетын тамамлай. Бөгөнгө көндә "Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Ижад итә.

 

Айгиз тәрбиәләнгән балалар йортонда булған ҡот осҡос хәл әҫәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай түгелме?!

Тәрбиәсе баланы туҡмаған. Һөҙөмтәлә директор вазифаһынан бушатылды, ә тәрбиәсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ошо ысынбарлыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдереп, шуның нигеҙендә әҫәр яҙыуы- автор батырлығы.

 

Был әҫәр менән автор йәмғиәткә,кешеләргә өндәшә, ата-әсәләре иҫән булып та  балалар йортонда тәрбиәләнгән ата- әсәләргә өндәшә. Иркәләү, наҙ кәрәк уларға. Балалар детдомдан колонияға эләкмәһен өсөн уларҙы йәлләргә кәрәкмәй, ә ысын күңелдән яратырға кәрәк.

-         Дәүләт тарафынан ниндәй эштәр алып барыла һуң?( патронаж ғаилә…)

-         Беләһегеҙме, ошо китапты укып сыҡҡан королтай депутаты Гүзәл Ситдыҡова үҙен таный бит, сөнки ул башҡалар менән тыштан ялтыраған детдомға ҡунаҡҡа килә, буласаҡ автор менән һөйләшә,кәңәштәрен бирә, ҡеүәт бирә.

-         Китап- ул үҙе мөғжизәле донъя. Ошо бәләкәй генә китап илебеҙ өҫтөндәге ҙур проблеманы күрһәтте. Уйландырҙы ла, илатты ла. Тормошта дөрөҫ юл табырға, кешелекле бер-береңә мәрхәмәтле булырға өндәй.

                                                 

 

Әсә балаһы

Барыбыҙ ҙа әсә балаһы беҙ:

Хатта бала әсәһе лә,

Хатта бала атаһы ла-

Барыбыҙҙа әсә яралғыһы.

Бөтәбеҙҙә ҡан- ҡәрҙәштәр,

Бөтәбеҙ ҙә бер ҡарындан,

Беҙ бөтәбеҙ- нәҫелдәштәр.

Бер ғаилә ағзаһы беҙ,

Бер ҡояштың балаһы беҙ…

Бер үк тарих,бер бөгөнгө,

Беҙгә бер үк киләсәк.

Уйыбыҙ бер,бер эшебеҙ:

Беҙ бөтәбеҙ теләктәштәр-

Булырға тик көрәштәштәр,

Булырға тик бәрәкәт таш!

Булмаҫҡа тик һәләкәттәш!

Барыбыҙ ҙа әсә балаһы беҙ:

Беҙ кешелек,

Беҙ кешелек!

                                                    Т. Ғәниева

Категория: Мои статьи | Добавил: библ (25.03.2014)
Просмотров: 2651 | Рейтинг: 2.0/1
Всего комментариев: 0
Поиск
Литературная карта
Год 2024 в РФ
Год 2024 в РБ
Методистика
ЗЕМЛЯКИ-Герои ВОВ
Пройди тест
Оцените мой сайт
Всего ответов: 28
Студентам ВУЗов
Центральная библиотека предоставит Вам учебники в электронном виде.Все необходимое для изучения юридических и финансово- экономических дисциплин, поготовки курсовых и дипломных работ - на одном диске!
Форма входа
Друзья
Культура.Гранты РФ
Счетчик.КультураРФ
Президентбибл
Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz