Четверг, 25.04.2024, 21:51
Миякинская межпоселенческая центральная библиотека
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
ПОС
Решаем вместе
Хочется, чтобы библиотека стала лучше? Сообщите, какие нужны изменения и получите ответ о решении
Виртуальная служба
Wi-Fi-зона
«PRO.Культура.РФ»
интернет-читалка
ЛитРес
НЭБ РБ
НЭБ РФ
Уважаемые читатели! Национальная электронная библиотека определяет формы и механизм доступа граждан Российской Федерации к оцифрованным материалам библиотек федерального, регионального и муниципального уровня
Президентбибл
ЛитМир
.
Новости сайта
[23.04.2024][Новости ЦБ]
Игровая программа «К... (775)
[17.04.2024][Новости ЦБ]
Моя семья – мое бога... (1489)
[15.04.2024][Новости ЦБ]
Субботник (7)
[11.04.2024][Новости ЦБ]
Волонтёрское движени... (22)
[11.04.2024][Новости ЦБ]
Библионочь - 2024 (2007)
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 0
Пользователей: 1
библ

Главная » Файлы » Новости с/ф

һаумы Китап! һаумы Әҙәбиәт!
03.02.2015, 07:43

 

Тамьян-Таймаҫ ауыл китапханаһында Әҙәбиәт йылына арналған кисә уҙғарылды

«Һаумы, Китап! Һаумы, әҙәбиәт!»тип аталды ул.

Китапханасы Базарова Розалия Хәмит ҡыҙы кисәне асып, әҙәбиәт, китап, уларҙың кеше тормошондағы  әһәмиәте  тураһында һөйләне.Тәүге һүҙҙе Боғҙан ауыл хакимиәте башлығы Амирова Зөлхизә Фауариз ҡыҙы алды. «Мин яҙыусыларға, китап уҡыған кешеләргә, оло хөрмәт менән ҡарайым.Был кисәгә йыйылыусыларға ла изге теләктәмен.Йыл уңышлы булһын, китапханаларға яңынан-яңы китаптар ҡайтып торһон, китап уҡыусылар кәмемәһен. Кешеләрҙең ялын ойоштороуҙоң бер төрө бит ул-китапханалар эше.» 

Мәктәп уҡыусыларының әҙәби-музыкаль композицияһы ла ошо  турала ине. Китап уҡырға яратыусы  ауылыбыҙҙың төрлө һөнәр эйәләре  йыйылғайны түңәрәк өҫтәл артына. Яҙыусы Фәнис  Янышев : «Байрам менән! Әҙәбиәт-ул күңел байрамы. Рухи көскә эйә.Кешегә рухи аҙыҡ бик кәрәк.» ,-тип башланы сығышын. Пландары менән бүлеште. Аҡмулла эҙҙәре буйынса Ҡаҙахстан  яҡтарындағы сәйәхәте тураһында һөйләне. Архивтарҙа документтар менән эшләп, бик күп яҡташтарыбыҙҙың  яҙмыштарын асыҡлаған. Былар айырым бер китап булыр, тип  өмөтләнәбеҙ.

 Валиуллин Салауат Хөснулла улы оҙаҡ йылдар  мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләне. Абруйлы  уҡытыусы –ветеран  «Тамьян-Таймаҫ:тарих миҙгелдәре»тигән китап яҙып, яҡташтарының рәхмәтен алды. Ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын унан да яҡшыраҡ белгән кеше бармы икән ауылда. Ошолар тураһында ла  яҙып ҡалдырһағыҙ ине, тигән үтенес  тәғдим булды  Салауат Хөснулла улына. Ағинәйҙәр Ғимранова Йәмиғә, Солтанова Тәскирә сығышы матур ҙа, фәһемле лә . Йәмиғә әбейебеҙҙең  яңы шиғырҙарын тыңлап кинәндек.Ейәнсәрҙәре  менән китап уҡырға яратҡан  Базарова Рәмзиә Ғиниәт ҡыҙына нисек һоҡланмайһың. Ғаиләләре менән китап уҡырға яратыусылар ҙа бар беҙҙең ауылда.Улар: Таһир , Зәүзән Башировтар, Ғәбит, Клара Гатиндар, Зәкәриә, Гөлсимә Әхмәтвәлиевтар, Миҙхәт, Зәлиә Вәлиевтар,  Минехай, Сәлимә Исламғоловтар, Әүхәт, Люция Гильмеевтар, Рәфис, Гөлнур Мөхәмәтшиндар.

Кисәне мәктәп директоры Гатин Ғәбит Кәлимулла улы тамамлап, бына нимә тине : «Әҙәбиәт –ул рухи аҙыҡ. Китап уҡыу кешенең күңелен байыта. Һәр кеше Һәҙиә Дәүләтшинаның  «Ырғыҙ» романын уҡып сығырға тейеш. Бында башҡорт халҡының яҙмышы ла, мәҙәниәте лә, тарихы ла сағыла.Бындай китаптар күп беҙҙең  китапханала. Уҡыйыҡ, рухи яҡтан бай булайыҡ»    

 Янтурина Г.

Тамьян-Таймаҫ ауылы

Категория: Новости с/ф | Добавил: библ
Просмотров: 1504 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Поиск
Литературная карта
Год 2024 в РФ
Год 2024 в РБ
Методистика
ЗЕМЛЯКИ-Герои ВОВ
Пройди тест
Оцените мой сайт
Всего ответов: 28
Студентам ВУЗов
Центральная библиотека предоставит Вам учебники в электронном виде.Все необходимое для изучения юридических и финансово- экономических дисциплин, поготовки курсовых и дипломных работ - на одном диске!
Форма входа
Друзья
Культура.Гранты РФ
Счетчик.КультураРФ
Президентбибл
Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz